Башҡортостанда кондитер продукцияһы етештереүселәр сеймал менән тулыһынса тәьмин ителгән

Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, проблема булмай, сеймал үҙебеҙҙә етештерелә. Уҙған йылда республикала тәм-том әҙерләүҙә махсуслашҡан 94 предприятие теркәлгән. Шулай уҡ 174 икмәк бешереү предприятиеһында кондитер ризыҡ  етештерелә. Быйыл Башҡортостанда  киптерелгән һөт, ҡаймаҡ, май етештереү артыуы күҙәтелә, тип  хәбәр итәләр ведомствонан.