Быйыл йәйге ялды ҡайҙа үткәрергә?
Рәсәйҙә ял һәм сәйәхәт өсөн мөмкинлектәр күп. 15 марттан 1 майға тиклем тур һатып алыусылар уның хаҡының 20 процентын кире ҡайтара ала. Әммә күләме 20 мең һумдан күберәк булырға тейеш түгел. Сәфәрҙең 15 марттан 1 июлгә тура килеүе шарт.
Балаларҙың йәйге ялы өсөн кешбек ҡайтарырға мөмкинме?
Рәсәй Президенты хөкүмәткә 2022 йылда балалар лагерҙарына юллама өсөн кешбек программаһы мөҙҙәтен оҙайтырға ҡушты. Юлламаларҙы һатыу 30-нан 31 мартҡа ҡарай төндә башлана. 2021 йылда программала 2 мең 367 лагерь һәм 420 мең бала ҡатнашҡан. Тулыраҡ мәғлүмәтте Ростуризмдың рәсми сайтында табырға мөмкин.
2022 йылда Рәсәй хөкүмәте бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ниндәй ярҙам күрһәтәсәк?
2022 йылдың 4 мартынан Башҡортостан йүнселдәре ғәмәлдәге барлыҡ кредиттары буйынса 6 айға тиклем кредит каникулы юллай ала. Түләүҙәрҙе кисектереү буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм үҙмәшғүлдәрҙән, шулай уҡ Башҡортостан микрокредит компанияһы ла ғаризалар ҡабул итә. Документтарҙы өйҙән сыҡмайынса, электрон вариантта тапшырырға мөмкин.