Республика Башлығының ошо турала бойороғо донъя күрҙе. Радий Хәбиров штабты үҙе етәкләй, беренсе вице-премьер Рөстәм Моратов һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев урынбаҫарҙар була. Киберхәүефһеҙлек буйынса штаб интернетта дәүләт мәғлүмәт системаларының өҙлөкһөҙ эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн яуаплы була.