«Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ»

18 мартта «Торатау» конгресс-холлы алдындағы майҙанда Рәсәй Президенты курсын хуплаған ҙур сара үтә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Көндөҙгө сәғәт 2-лә башланасаҡ митинг-концертта Elvin Grey һәм «Город 312» поп-рок төркөмө сығыш яһаясаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сараны ойоштороу тәҡдиме менән Радий Хәбировҡа республика йәмәғәтселеге мөрәжәғәт иткән. Улар илһөйәрлек акцияһы Украинала булған егеттәрҙең дә рухын күтәрер тигән фекерҙә.

Ватан яҙмышы хәл ителгәндә, төрлө ҡараштарға ҡарамаҫтан, беҙгә барыбыҙға ла берләшергә кәрәк. Ошо туралағы фекере менән социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина уртаҡлашҡан. Ҡатмарлы мәлдә кемдең кем икәнлеге күренә. Намыҫым миңә ситтә ҡалырға ҡушмай, тип яҙған Лиза Ҡыям ҡыҙы.

Илдар Байбулатов