Хәйбулла районының Аҡназар ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Медицина учреждениеһында пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар яһау өсөн айырым кабинеттар булдырылған. Беренсел ярҙам күрһәтеү өсөн заманса ҡорамалдар һатып алынған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантаһында ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Урындағы оҫталар милли биҙәүестәр яһау, ағас эше буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Аҡназар ауылында йөҙ кеше йәшәй, уларҙың яртыһы пенсия йәшендә. Фельдшер Ғәйшә Сәғитова билдәләүенсә, заманса шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәтелә башлауы – оло ҡыуаныс.

Гөлназ Хәйбуллина