Төбәктә тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләре менән көрәшеү әле лә дауам итә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИрәндек тауы һыртында урынлашҡан Кәкреауыл биҫтәһенең Шайморатов урамында йәшәүсе 94 йәшлек Мөбинә Яхина ҡамауҙа ҡалды. Оло кешенең йорт биләмәһен ҡар баҫа. Ике-өс метрлыҡ ҡар ҡатламын ҡул көсө менән йырып сығып булмай. Шуға ла тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләре менән көрәшкә ҡеүәтле техника сыға.
9 мартҡа ҡарай сыҡҡан дауыл аҙна аҙағына табан көслө буранға әүерелде. Секундына 18‐20 метрға иҫкән ел ҡаланың ҡайһы бер урамдарын ваҡытлыса электр утһыҙ ултырырға мәжбүр итте. «Буран малыш», «Кәкре ауыл», «Көньяҡ» биҫтәләрендә йәшәүселәрҙең ҡапҡаларын,йорт ҡыйыҡтарын һәм урам араларын ҡар өйөмдәре менән күмеп китә.
Яҙҙың тәүге айына аяҡ баҫһаҡ та, ҡыш тиҙ генә сигенергә уйламай. Алда ла һауа торошоноң үҙгәреүе көтөлә, оҙон юлдарға сыҡҡанда синоптиктар иҫкәртеүҙәрен күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәңәш итәбеҙ.
Рәзилә Ғиниәтуллина