Башҡорт дәүләт университеты студенттары алып барыусы, «Матч-ТВ» телеканалының спорт комментаторы Дмитрий Губерниев менән осрашты. Оҫталыҡ дәресендә билдәле журналист һөнәре нескәлектәре менән уртаҡлашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАлып барыусы тәүге эфиры тураһында һөйләне, эшендәге ҡыҙыҡлы мәлдәр, кадрҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. БДУ-ның журналистика кафедраһы студенттары өсөн телмәрҙе камиллаштырыу буйынса Светлана Макарованың методикаһы айырыуса ҡыҙыҡлы булды.
Осрашыу аҙағында Дмитрий Губерниев йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биреп, иҫтәлеккә фотоға төштө.
Рәзилә Ғиниәтуллина