Рәссамдар ижади союзы тарафынан ойошторолған дини экспозиция «Рәсәй – минең тарихым» мультимедия паркында урын алды. 150 авторҙы берләштергән сарала икона, мозаика, графика һәм фотоһүрәттәр тәҡдим ителде. Бай йөкмәткеле күргәҙмәне асыу тантанаһында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы авторы Каринэ Хәбирова ла ҡатнашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКүргәҙмәлә экспозицияны ойоштороуға ярҙам иткән рәссамдарға Рәхмәт хаттары һәм наградалар тапшырылды. 1917 йылдың Октябрь революцияһына бағышланған күсмә күргәҙмә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә асыласаҡ. Проект ил тарихы өсөн мөһим ваҡиғаларҙы заманса ҡараш аша иҫкә алыу өсөн ойошторолдо.
Флорида Ким