Баш ҡалала медицина тарихына арналған тәүге виртуаль музей булдырылды

"Беҙҙең хәтер: тергеҙелгән исемдәр" порталында һаулыҡ һаҡлау үҫеше, медицина ойошмалары тарихы, хеҙмәт династиялары, эвакогоспиталдәр менән танышырға мөмкин. Бүлектәрҙә тармаҡ үҫешенә тос өлөш индергән кешеләр, Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәткән табиптар тураһында үҙенсәлекле материалдар тупланған. “Интернет ҡулланыусылар порталдағы мәғлүмәтте тулыландыра ала”, - ти республика һаулыҡ һаҡлау тармағы пенсионерҙары һәм ветерандар советы рәйесе Рәмилә Исмәғилева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Проект Өфө мэры грантынна тормошҡа ашырыла.