Аңлатабыҙ. Башҡортостан. Кредит каникулы менән кемдәр файҙалана ала?

17 мартта Республика менән идара итеү үҙәге Башҡортостан хөкүмәтенең Телеграмм каналында сираттағы тура эфир уҙғара. Ул “Объясняем. Башкортостан” проекты менән берлектә ойошторола. Кредит каникулдары тураһындағы һорауҙарға  Милли банктың иҡтисад бүлеге етәксеһе Фәнүзә Кәлмиуллина яуап бирә. Эксперт кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам саралары тураһында ла мәғлүмәт бирә. Эфир 15 сәғәттә башлана.