Өфөнөң йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары ойошторған автосәйәхәттә 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары ҡуйылған һәм Рус яҙы акцияһы символы менән биҙәлгән 40 автомобилдә ҡала урамдары буйлап уҙҙы. Сарала ҡатнашыусылар Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй һалдаттарына ла теләктәшлек белдерҙе. Акция аҙағында «Йәшлек House» йәштәр биләмәһендә «Несокрушимый» фильмы күрһәтелде. Унда «КВ-1» танкы экипажы батырлығы һүрәтләнә.