На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБала саҡтан атыу ҡоралын яратҡан, тирҙан сығышмаған, төҙлөккә атыу буйынса бер нисә тапҡыр призлы урындар яулаған . Хәрби кеше булыу Александрҙың бала саҡ хыялы ине , ти мәрхүмдең дуҫтары. Бәлки, шуғалыр ҙа Александр Бесов ил алдындағы бурысын үтәгәндән һуң да контракт буйынса хеҙмәт итергә ҡала. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, снайпер вазифаһында .
Ҡырыҫ һөнәр һайлаһа ла иҫ китмәле алсаҡ, йөҙөнән йылмайыу китмәгән малай булды, тип хәтерләй уны уҡытыусылары .
Хәтерҙә лә ул мәңгегә тап шул алсаҡ йөҙлө малай ғына булып ҡаласаҡ. Александр 22 йәшендә генә хәрби операция барышында һәләк була. Әммә уның ҡаһарманлығы ил тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Батырлығы өсөн ул наградаға тәҡдим ителгән.
Стәрлетамаҡ егете кесе сержант Владимир Мокшинды белеүселәр ҙә уны һәр яҡлап та һәләтле ине тип хәтерләй. Профессиональ спортсы, музыкант, көслө ихтыярлы шәхес булды, ти уның дуҫтары. Владимир Алкин ҡасабаһында урынлашҡан саперҙар часе составында Украиналағы хәрби операция барышында һәләк була.
Владимир Мокшиндың өс балаһы етем һәм ҡатыны тол ҡалды. Уны туғандары һәм ата-әсәһе янында Ишембай районында ерләнеләр. Мәләүез егете Александрҙың Бесовтың да ҡатыны ныҡлы терәген, әсәһе таянысын юғалтты. Республика етәксеһе, Ватанды һаҡлап һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә мотлаҡ тейешле ярҙам күрһәтеләсәк, тип билдәләне.
Айнур Кәбиров.