Баш ҡала ойошмалары һәм предприятиеларынан иң беренселәрҙән булып Федераль һалым хеҙмәте ярҙамға килгән. Хәйриә акцияһында Республиканың социаль страховкалау фонды коллективы хеҙмәткәрҙәре лә әүҙемлек күрһәткән. Улар гигиена әйберҙәре, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек һәм мәктәп уҡыусыларына канцелярия тауарҙары йыйған. Гуманитар йөк 18 мартта ылау менән ебәреләсәк.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт"Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк ойошмаһында "Беҙҙең хәстәрлек" ирекмәндәр штабы ағзалары халыҡтан йыйылған аҙыҡ-түлекте, гигиена кәрәк-яраҡтарын сортировкалауҙа ҡатнаша.
Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына ярҙам итергә теләүселәр гуманитар ярҙамды Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы 17-се йорт адресы буйынса һәм "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк ойошмаларына тапшыра ала.
Гүзәл Борханова