Башҡортостан Рәсәй Президенты яҡлы!

Бөгөн республика район-ҡалаларында Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Юғары баш командующийы Владимир Путиндың башланғыстарын хуплап патриотик автоуҙыш үтте. Төп сара Өфөнөң Дим биҫтәһендә ойошторолдо. Төрлө йәмәғәт ойошмаларынан 200-ҙән ашыу вәкил колонналарға теҙелеп баш ҡала урамдары буйлап уҙҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сара шулай уҡ Ҡырым республикаһының Рәсәйҙәге 8-се яҙын билдәләүгә лә арналды. Ярымутрау бөгөн сәскә ата, позитив үҙгәрештәр, тотороҡлолоҡ хакимлыҡ итә. Ә быйыл февралдә Рәсәй Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының бойондороҡһоҙлоғон таныны. Әйткәндәй, иҫтәлекле датаға арнап Өфөлә митинг-концерт та үтә. Ул 18 мартта Өфөнөң «Торатау» конгресс-холы янындағы майҙанда уҙа. Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

Азат Ғәлиуллин