Ҡала советының сираттан тыш ултырышында уның кандидатураһы өсөн 31 депутат тауыш бирҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына ойошторолған конкурста һигеҙ кеше ҡатнашырға теләк белдергәйне. Уларҙың документтары тикшереү үткәндән һуң, дүртәүһенә киләһе этапта ҡатнашыу хоҡуғы бирелде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДәғүәселәрҙең федераль, республика һәм муниципаль ҡануниәтте белеү кимәле баһаланды, һәр ҡайһыһы Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫеш программаларын яҡланы. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Ратмир Мәүлиев иң юғары балл йыя.
Яңы һайланған башлыҡ күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, иңенә оло яуаплылыҡ йөкмәтелеүе – миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡаланы үҫтереү бурысы ҡуйылыуын билдәләне. Ул инвестициялар йәлеп итеү, сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәләренә иғтибарҙы арттырыу, халыҡ өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу яҡлы. Яңы етәксе Өфө 450 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы ҡаршы алырға тейеш тип белдерҙе.
«Заман йылдам үҫешкән осорҙа ҡала һәм иҡтисад менән идара итеүҙә яңы алымдар индерелергә тейеш. Халыҡты лайыҡлы йәшәү кимәле менән тәьмин итеү - төп бурыстарҙың береһе
Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев билдәләүенсә, яңы мэр алдында яуаплы бурыстар тора. Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа «Хеҙмәт фронтында еңергә кәрәк». Халыҡтың килеме кәмеүе, эшһеҙлектең артыуы, предприятиеларҙың ябылыуына юл ҡуйылырға тейеш түгел, бәләкәй бизнес айырыуса иғтибар талап итә.
Гөлназ Хәйбуллина