Студенттар көсө менән. Коронавирус таралыу менән бәйле ҡатмарлы осорҙа табиптарға ярҙам итеүсе йәштәргә бөгөн Рәхмәт хаттары тапшырылды. Республиканың төрлө район-ҡалаларындағы дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа практика үтеүсе егеттәр-ҡыҙҙар ПЦР-тест алырға, документ тултырырға, пациенттарҙы ҡабул итергә өйрәнеп тәжрибә туплаған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТөбәк медицина учреждениеларында Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алған 3 меңдән ашыу студент ирекмән булараҡ практика үткән. Бынан тыш, медицина колледждарында белем алыусылар ҙа колл-үҙәк эшен үҙ өҫтөнә алды.
Йәштәр пациенттарҙан килгән шылтыратыуҙарға яуап биреп, регистратура хеҙмәткәрҙәренә ярҙам иткән. Урындағы дауаханалар етәкселегенең ҡайһы берҙәре тырыш студенттарҙы эш менән тәьмин итергә әҙер булыуын белдерә.
Флорида Ким