Былтыр проект социаль әһәмиәтле программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн Өфө мэры гранты конкурсында еңеп сыҡҡан. «Беҙҙең хәтер: тергеҙелгән исемдәр» тип исемләнгән порталда һаулыҡ һаҡлау үҫеше, медицина учреждениелары тарихы, медицина династиялары, эвакогоспиталдәр менән танышырға мөмкин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБүлектәрҙә һаулыҡ һаҡлау тармағына тос өлөш индереүселәр, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ҡаһарманлыҡ күрһәткән табиптар тормошо тураһында уникаль мәғлүмәт тупланған. Интернет ҡулланыусылар порталдағы мәғлүмәтте үҙ аллы байыта ала.
Мәғлүмәт сайты Башҡортостандың Медицина Палатаһы һәм «Медик» һаулыҡ һаҡлау пенсионерҙары һәм ветеран хеҙмәткәрҙәр республика советы башланғысында барлыҡҡа килгән.
Рәзилә Ғиниәтуллина