Ватанға һөйөү менән. Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә рус халыҡ инструменттары оркестры сығыш яһаны. Өфө тамашасыһы тиҙҙән Стәрлетамаҡтың башҡа ижади коллективтары менән дә осрашасаҡ.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРус халыҡ инструменттары оркестры Өфөгә яңғыҙы килмәгән. Фойела тамашасыларҙы шаян скоморохтар ҡаршылай. Был ролдә - Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе бейеүселәре һәм вокалистары сығыш яһай.
Республикала тәүге һәм әлегә берҙән-бер профессиональ рус халыҡ инструменттары оркестры сирек быуат элек ойошторола. Ул Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларының иң яҡшы музыканттарын берләштерә. Коллективты Башҡортостандан ситтә лә яҡшы беләләр.
Оркестрҙың юғары башҡарыу кимәле республикала танылыу яулаған вокалистарҙы ла йәлеп итә. Йәш йырсылар ҙа, оркестр оҙатыуында сығыш яһап, үҙ оҫталыҡтарын арттыра. Айгиз Уйылданов, Стәрлетамаҡ филармонияһында өс йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, абруйлы халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулаған.
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Өфөләге ҙур гастролдәре дауам итә. Легендар Бейеү театры һәм Башҡорт драма театры тамашасыларҙы көтөп ҡала.
Рәйсә Абдуллина