“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”. Иртәгә Өфөлә ошо исем аҫтында митинг-концерт үтә. Унда ҡатнашыусылар Украинала барған махсус хәрби операцияны хуплауҙарын, Рәсәй хәрбиҙәренә теләктәш булыуҙарын белдерергә ниәтләй. “Ватаныбыҙҙың яҙмышы хәл ителгән мәлдә бөтәбеҙ ҙә берләшергә тейеш. Берҙәмлектә беҙҙең көс”, - ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Юлдаш Йосопов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМитинг-концерт Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холы янындағы майҙанда үтә. Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Унда башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнаша. Төп ҡунаҡтар – Элвин Грей һәм “Город 312” төркөмө. Был көндө шулай уҡ Донбасҡа икенсе гуманитар конвой оҙатыу ҡарала.