Эш хаҡтары ла, пенсия ла арта

  Владимир Путин минималь хеҙмәт хаҡы, йәшәү минимумы һәм бюджет өлкәһен хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу буйынса саралар күрергә ҡушты. Рәсәй төбәктәренә социаль-иҡтисади ярҙам күрһәтеү буйынса кәңәшмәлә президент шул турала белдерҙе. Владимир Путин әйтеүенсә, ҡатмарлы шарттарға ҡарамай дәүләт социаль бурыстарын үтәргә тейеш.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Президент Владимир Путин Рәсәй халҡын яҡлау һәм социаль-иҡтисади тотороҡлоҡто тәьмин итеү буйынса указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, төбәк башлыҡтары ауыр хәлдә ҡалған граждандарға адреслы ярҙам итергә, социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе һаҡлап ҡалырға һәм көнкүреш объекттарының өҙлөкһөҙ эшмәкәрлеген булдырырға тейеш. Бынан тыш, указ буйынса аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәкле тауарҙарға хаҡты артыҡ күтәртмәҫкә һәм даими күҙәтеп барырға, хеҙмәт баҙарындағы хәлде контролдә тоторға, эшҡыуарҙар һәм ойошмаларға ярҙам итергә ҡушыла.