Бөгөн Республика Башлығы Көнсығыш сығыу юлында төҙөлөш барышын ҡараны

Объектты М-5 “Урал” трассаһы менән тоташтырыу дауам итә. Төҙөлөш материалдары ҡиммәтләнеүгә бәйле проект хаҡы ла үҙгәрә. “Әммә төҙөлөш тиҙлеген кәметергә ярамай”, - тине Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Көнсығыш сығыу юлы республика һәм баш ҡала өсөн мөһим объект. Белгестәр әйтеүенсә, ул ҡаланың төп юлдарындағы көсөргәнешлекте кәметә һәм Өфө аръяғына тура сығыу мөмкинлеге бирә. Объект 38 процентҡа әҙер. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров автомобиль тоннелен ҡарағандан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әле объектта 2 мең ярым самаһы кеше эшләй, 350-нән ашыу берәмек техника һәм ҡоролма йәлеп ителгән. Көнсығыш сығыу юлын киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Ул Башҡортостандағы иң үҙенсәлекле инженер-юл ҡоролмаларының береһе буласаҡ, ти эксперттар.