Ҡырым һигеҙенсе яҙын тыуған гаванендә ҡаршылай

2014 йылдың 16 мартында ярымутрауҙа референдум үтә. Уның һөҙөмтәләре буйынса республика халҡының күпселеге Рәсәйгә ҡушылыуҙы хуплай. Донъя аренаһындағы әлеге геосәйәси хәл был ҡарарҙың мөһим һәм тотош илебеҙ киләсәге өсөн стратегик яҡтан әһәмиәтле булыуын билдәләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Референдум Ҡырым халҡын Украина агрессияһынан һаҡлап ҡала. Әле республика тыныс тормош ҡора. Рәсәй төбәктәре менән тигеҙ һәм тиң үҫешә. Ҡырым Рәсәйгә ҡушылыу менән Башҡортостан Белогорск районын шефлыҡҡа алды. Урындағы халыҡ республикабыҙға иҡтисадты, социаль инфраструктураны үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн тәрән рәхмәт һүҙҙәрен белдерә.

Азат Ғәлиуллин