Коммерция булмаған ойошмаларҙан Башҡортостан башлығы грантына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында ойошторолған конкурста һигеҙ йүнәлеш буйынса ҡатнашырға мөмкин. Улар «Фән һәм мәғариф», «Социаль ярҙам», «Ғаиләне яҡлау», «Мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау», «Тирә-яҡты һаҡлау, уңайлы йәшәү шарттары булдырыу», «Милләт һәм диндәр араһында килешеү булдырыу», «Спортты пропагандалау» кеүек йүнәлештәр. Быйыл конкурстың бюджеты 90 млн һум тәшкил итә.

Быйыл был конкурс тәүге тапҡыр ойошторола. Беҙ ҡатнашыусыларға бәйге талаптары тураһында мәғлүмәт еткерергә теләйбеҙ. Шулай уҡ электрон ғаризалар һәм документтар менән бәйле -үҙгәрештәр тураһында һүҙ барасаҡ. Конкурсҡа ғаризалар12 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

Люциә Сәйфуллина, Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды генераль директоры

Флорида Ким