Йыл да ойошторола килгән сарала был юлы титул өсөн 8 студент һынау тотто. Юғары уҡыу йортонда белем алған буласаҡ табиптар ижади һәләттәре менән сығыш яһаны. Кемдер актерлыҡ һәм сәхнә оҫталығын күрһәтһә, икенселәр йыр-бейеүгә маһирлығы менән тамашасы һөйөүен яуларға тырышты.
Конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы, «БДМУ мистеры» исеменә педиатрия факультеты студенты еңеү яуланы. Ә вице-мистер титулын Һиндостандан белем алыусы буласаҡ табип алды.
Азат Ғәлиуллин