Медицина өлкәһендә эшләүсе белгестәргә ярҙам итеү өсөн профсоюз эше камиллаштырыласаҡ

Был турала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы менән Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы араһында килешеү төҙөлдө. Ведомство етәкселәре билдәләүенсә, килешеү урта звено һәм ашығыс ярҙам хеҙмәтендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡын күтәрергә, дауаханаларға эшкә йәштәрҙе йәлеп итергә булышлыҡ итәсәк. Хеҙмәт хаҡы белгестәрҙең тәжрибәһенә һәм учреждениеның йүнәлешенә ҡарап арттырыласаҡ. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Был килешеү медицина өлкәһендә эшләүселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау йәһәтенән мөһим аҙым булып тора. Хеҙмәттәшлек тәү сиратта ашығыс ярҙам белгестәрен яҡлау маҡсатында төҙөлдө. Уға ярашлы, водителдәрҙең һәм фельдшерҙарҙың эш хаҡы күтәрелер тип көтөлә.

Максим Забелин, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры

Флорида Ким