«Брудерфест-Наурыҙ» фестивале Башҡортостанға Рәсәй гурмандарын йыя

25 мартта Нуриман районында асылған гастрономик фестиваль өс көнгә иҫәпләнгән. Бында үҙебеҙҙән тыш, Америка, Европа, Рәсәй халыҡтары милли аш-һыуы менән танышырға мөмкин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Билдәле шеф-ашнаҡсылар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәк. Фестиваль сиктәрендә гастрономик һәм ваҡиғалы туризмды үҫтереү мәсьәләләре ғилми-ғәмәли конференцияла тикшерелер тип көтөлә. Сара сиктәрендә туҡланыу һәм ҡунаҡханалар бизнесы өлкәһендәге «Алтын буфет» милли премияһының финалын йомғаҡлау күҙаллана.

Рәзилә Ғиниәтуллина