Республиканың төп телеканалы «Айыҡ ауыл» конкурсы ҡатнашыусылары менән таныштырыуын дауам итә

Уларҙың һәр береһе  район кимәлендә еңеү яулап, республика бәйгеһенә сыҡҡан. Икенсе этапҡа үтеүселәр бөгөн радио-телевидение, ваҡытлы матбуғат биттәре аша үҙ ауылы хаҡында һөйләй. Хәйбулла һәм Саҡмағош райондарынан финалға үткән ауылдар тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Бәләкәй Арыҫланғолдар  «Әсә наҙы булды бүләгең» исеме аҫтында күркәм байрам ойошторҙо. Сараға күп бала тәрбиәләгән өлгөлө ғаиләләр махсус саҡырылды. Халыҡ телендә Вәзәм тип йөрөтөлгән ауыл, ғөмүмән, халҡының уңғанлығы менән дан тота. Вәзәмдәрҙең егәрлеген күргәҙмәгә сығарылған ҡул эштәре аша ла төҫмөрләргә мөмкин. Һуғылған шәл-балаҫ, кейеҙ-ҡаталар, төрлө тәм-томдан һығылған өҫтәлдәр үҙе ни тора.

Мәрхәмәтле ғаиләләр араһында Зөлхизә менән Илгиз Ҡырғыҙбаевтар ҙа бар. Улар үҙ балаларына өҫтәп, тәрбиәгә  малай ала. Дүрт йәшенән тәрбиәләнгән Илнар бөгөн Аҡъяр тау колледжы студенты.

Ә Саҡмағош районы Ҡарайерек ауылы төбәктә спортты үҙ иткән халҡы менән ғорурлана. Республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған «Ауылса хоккей» уйындары ла ошо хаҡта һөйләй. «Атайсал» проекты сиктәрендә сафҡа ингән боҙ майҙанында ярыш өс команда араһында үтте. 

Ауылда 3 волейбол һәм ике хоккей командаһы иҫәпләнә. Башҡа ауыл биләмәһе вәкилдәре менән аҙна һайын иптәштәрсә матч үткәрелә. Шулай уҡ урындағы аэробика түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр ҙә күп. 

Тап ауылдаштар берҙәмлеге менән ҡарайереклеләр «Айыҡ ауыл» конкурсының район этабында еңеү яулап, республика кимәленә үткән. Урындағы халыҡ бөгөнгөһө менән генә  түгел, киләсәккә ныҡлы маҡсат менән йәшәй. Сөнки уларҙың таяныр ғаиләһе, күңел биреп эшләр эше бар. 

Азат Ғәлиуллин