Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб төҙөлдө

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһен ғәмәлгә ашырыу маҡсатында Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб төҙөлдө. Ошо туралағы указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн оператив штабтың беренсе ултырышы үтте. Төбәк башлығы билдәләүенсә, әлеге ваҡытта беҙҙең илдә барған ваҡиғаларға бер ҡасан да оҡшаш хәл булманы. Шуға ла беҙҙең эшмәкәрлек ҡоролошо һәм характеры үҙгәртелергә тейеш. Санкцияларға ҡаршы көрәш һәм иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалыу өсөн яңы барлыҡҡа килгән штаб беҙҙең төп идара инструменты буласаҡ, тине Башҡортостан башлығы.