Сит илдәрҙең билдәле компаниялары менән конкурентлыҡ алып барған Өфөләге ғилми-етештереү предприятиеһы телекоммуникация ҡорамалдары менән ил баҙарының яртыһын ҡапларға йыйына. Көнбайыш аналогтары киткәндән һуң, башҡорт продукцияһына ихтыяж артыуы күҙәтелә. Селтәр коммутаторҙары производствоһы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТаҙа плата трафарет баҫма принтерына ебәрелеп, йәбештергес иретмә менән буяла. Ҡыҫҡа ялғаныш булмаһын өсөн автоматик инспекция ярҙамында оператор контроль алып бара. Артабан плата өҫтөнә төрлө компоненттар һалына. Производство линияһында улар мейес ярҙамында йәбештерелә.
Өфөләге предприятиела һанлы телекоммуникация ҡорамалдары етештерелә. Баҫтырылған платанан башлап әҙер изделиеға тиклем - производство барышында контроль көслө. Микроскоп аша ла чип, микросхемаларҙың теүәллеге ҡарала.
Селтәр коммутаторы - бер нисә компьютерҙы йә һанлы ҡоролманы локаль селтәргә берләштереп, мәғлүмәт менән алмашырға ярҙам иткән электрон прибор. Предприятиела ул сәнәғәт йүнәлешендә етештерелә. Төп заказсылар булараҡ башҡарма власть һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары, оборона министрлығы сығыш яһай. Мәғлүмәт-идара итеү системалары диңгеҙ флотында ла ихтыяж менән ҡулланыла.
Өфөләге предприятие импорт продукцияһын алмаштырыу йүнәлешендә уңышлы эшләй. Америка, Ҡытайҙа етештерелгән донъяуи брендтар менән конкурентлыҡ алып барып, телекоммуникация приборҙары менән ил баҙарын ун процентҡа ҡаплаған. Һуңғы осорҙа санкцияларға бәйле эшмәкәрлектә ҡаршылыҡтар ҙа барлыҡҡа килгән. Компания етәкселеге деталдәр менән тәьминәттә альтернатив юлдар эҙләй.
Иҡтисади үҙгәрештәргә бәйле, телекоммуникация ҡорамалдарын етешетереү ҡәүетен арттырыу мөмкинлектәре лә киңәйә. Башҡорт компанияһы тармаҡты үҫтереүгә федераль финанслау алып, ил баҙарының яртыһын селтәр коммутаторҙары менән тәьмин итергә йыйына.
Гөлназ Хәйбуллина