«Салауат Юлаев» икенсе раундты еңеүҙән башланы

Бөгөн Силәбелә «Трактор» һәм «Салауат Юлаев» командалары араһындағы серияла беренсе уйын үтте. Дәғүәселәрҙән айырмалы юлаевсылар был юлы ла боҙға легионерҙарһыҙ сыҡты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Осрашыуҙың яҙмышын берҙән-бер гол хәл итте. Икенсе осор башында Степан Санников индергән шайба юлаевсыларға 1-0 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Шулай итеп Башҡортостан командаһы серияла алға сыҡты. Был уйын ҡапҡа һаҡсыбыҙ Александр Шарыченков өсөн дә тарихта ҡалды. Ул үҙ карьераһында тәүге тапҡыр плей-оффта бер шайба ла үткәртмәне. 19 мартта яҡтар араһындағы икенсе осрашыу ҙа Силәбелә үтә.