«Йөрәктә мөхәббәт». Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала башҡорт шағиры Риф Тойғоновтың хәтер кисәһе һәм шиғри китабының исем туйы үтте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӘҙәби мөхиттә Риф Тойғон киң билдәле шағир, драматург, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарев һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты булараҡ яҡты эҙ ҡалдыра. Мәскәү әҙәбиәт институтында Юғары әҙәби курстар тамамлаған шәхестең ижадында мөхәббәт лирикаһы айырым урын алып тора.
Тормош иптәше Рәйсә Арыҫлан ҡыҙы менән ике балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығаралар. Тик бер-бер артлы килгән яҙмыш һынауҙарын шағир йөрәге ауыр кисерә. 2014 йылдың 8 ғинуарында 68 йәшендә генә ул баҡыйлыҡҡа күсә. Рәйсә Тойғонова әҙиптең һуңғы шиғырҙарын китап итеп баҫтыра. Шағир Риф Тойғон дуҫтары һәм замандаштары өсөн мөхәбәткә мәҙхиә йырлаусы ижадсы булараҡ ҡәҙерле.
Риф Ғәлим улы гәзит-журнал редакцияларында, радио һәм телевидениела эшләп яҡты эҙ ҡалдырған әҙип. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма, «Нур» татар театрҙарында әҙәбиәт бүлеге етәксеһе, 13 йыл дауамында Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, ике йыл етәксе вазифаһын биләй. Ниндәй генә юғары дәрәжәләр, исем-шәрифтәр яуламаһын, яҡындары әҙипте туған йәнле, ихлас һәм ярҙамсыл кеше итеп иҫкә ала.
Гүзәл Борханова