Президент Владимир Путин ил халҡын яҡлау һәм социаль-иҡтисади тотороҡлоҡто тәьмин итеү буйынса указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, төбәк башлыҡтары ауыр хәлдә ҡалған граждандарға адреслы ярҙам күрһәтергә, социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе һаҡлап ҡалырға һәм көнкүреш объекттарының өҙлөкһөҙ эшмәкәрлеген тәьмин итергә тейеш. Аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәкле тауарҙарға хаҡтарҙы тотороҡло тотоу, даими күҙәтеп барыу иғтибарға алына. Хеҙмәт баҙарындағы хәл дә күҙәтеүҙә була.
Владимир Путин санкциялар шарттарында Хөкүмәткә халыҡҡа ярҙам сараларын әҙерләргә ҡушты. Бизнесты үҫтереү, эшһеҙлекте кәметеү, кредит каникулын булдырыуға баҫым яһала. Һуңғы йылдарҙа донъя сәйәсәтендә һәм иҡтисадында көнбайыш илдәр өҫтөнлөк итте. Улар үҫеш юлында булған илдәргә көсләп таҡҡан иҡтисад моделе бөгөн шик тыуҙыра. “Беҙгә үҙебеҙҙең предприятиеларҙы ҡеүәтле итеү, ныҡлап аяҡҡа баҫтырыу бурысы тора. Бөгөнгө һынауҙар иҡтисад өлкәһендә яңы мөмкинлек бирә”, - тигән фекерҙә иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн Президент Владимир Путиндың халыҡҡа мөрәжәғәте көтөлә. Дәүләт башлығы ил халҡын яҡлау һәм социаль-иҡтисади тотороҡлоҡто тәьмин итеү, Украиналағы махсус хәрби операцияға бәйле сығыш яһарға ниәтләй, тип хәбәр итәләр үҙәк сығаныҡтары.