“Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай”. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә үткән митинг-концертта шулай тип белдерҙе. Сара Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына 8 йыл тулыуға арналды. Ул шулай уҡ Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәргә, Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй Ҡораллы Көстәренә хуплау белдереү маҡсатында ойошторолдо. “Бөгөн бөтә донъяға берҙәм булыуыбыҙҙы, көсөбөҙҙө күрһәтеү, Тыуған илебеҙгә тоғролоҡ һәм һөйөүебеҙҙе белдереү маҡсатында митингка сыҡтыҡ”, - тине Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт
“Рәсәй көслө һәм үҙ аллы дәүләт. Бөгөнгө байрам халыҡ берҙәмлегенең символы”, - ти Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Президиумы Советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтОйоштороусылар хәбәр итеүенсә, митинг-концертта 28 мең кеше ҡатнашҡан.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн Башҡортостандан Донбасҡа икенсе гуманитар ылау оҙатылды. Митинг барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров машиналар колоннаһына старт бирҙе. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов әйтеүенсә, республикала йәшәүселәр был юлы 100 тоннаға яҡын ярҙам йыйған. Украина агрессияһынан зыян күреүселәргә аҙыҡ-түлек, дарыу һәм медицина кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш материалдары һәм башҡа көнкүреш тауарҙары тупланған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМитиг барышында Донецк халыҡ республикаһы башлығы Денис Пушилин видеобәйләнеш аша Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтГуманитар ярҙам тейәгән автомобилдәргә 2 мең километр самаһы юл үтергә тура килә. Башҡортостан вәкилдәре Донбасҡа ике көндән барып етә. Ылауҙы премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатып бара.
#Zабашкортостан #ZаРоссию #ZаРодину
#Zабашкортостан #Уфа #СвоихНеБросаем