Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ миниистрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл төбәктә 200 ихатаны төҙөкләндереү күҙаллана. Планға индерелгән биләмәләрҙең барыһы ла республика бюджетынан финансланасаҡ. Шулай уҡ, сығымдарҙың күпмелер өлөшөн урындағы муниципалитет һәм ремонт башҡарыласаҡ күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙән сығарыу көтөлә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика программаһында ҡатнашасаҡ ихаталар былтыр уҡ планға индерелгән. Ремонт башҡарыласаҡ биләмәләр күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең дөйөм йыйылышында билдәләнгән .Исемлектә башлыса ихата юлдарына асфальт түшәү, өҫтәмә парковка урындары булдырыу, хәүефһеҙ резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары, йәшелләндереү кеүек мәсьәләләр бар.
Азат Ғәлиуллин