Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Индүсә Арыҫланованың яңы китабы донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте яңы китап тәҡдим итә. Әсбап авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, «Халыҡтар Дуҫлығы» ордены кавалеры, Рәсәйҙең оҫта ашнаҡсыһы, «Алтын торна» милли премияһы лауреаты Индүсә Арыҫланова. Китапта башҡорт балы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт һәм уникаль рецепттар тупланған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡорт милли аш-һыуын пропагандалаусы... Индүсә Арыҫланованы шулай таныйҙар. Туҡланыу өлкәһе белгесе биш тиҫтә йыл хеҙмәт стажына эйә. Аш-һыу сәнғәте нигеҙҙәренә буласаҡ «Рәсәйҙең ашнаҡсы оҫта»һы кесе Ватаны – Дүртөйлө районында әсәһенән өйрәнә. Бөгөн танылған аш-һыу белгесенең сираттағы «Гәрәбәләй балҡый кәрәҙ» китабының исем туйы үтте.

Индүсә Арыҫланова тәү ҡарашҡа йәнәшә ҡуйғыһыҙ аҙыҡ-түлектәрҙе берләштереп, үҙ технологияһы буйынса уникаль рецепттар төҙөгән. Ҡамырҙан ашамлыҡтар, еңел ашамлыҡ, беренсе, икенсе һәм татлы ризыҡтар, турамалар, соустар һәм эсемлектәр – китапта 200-ҙән ашыу автор рецепттары тупланған. Бөтәһенең дә составында бал – мотлаҡ ингредиент.

Рецепттарҙан башҡа, әсбапта башҡорттарҙың традицион туҡланыуында балдың ҡулланылышы, уның файҙалы үҙенсәлектәре, дауаланыу һәм биҙәнеү тармаҡтарында файҙаланыу тураһында мәғлүмәт тупланған. Сағыу фотоһүрәттәр менән байытылған бал энциклопедияһы китап кибеттәре кәштәләрендә осратырға мөмкин.

Рәзилә Ғиниәтуллина