Шәкәр барыһына ла етә. Татлы ризыҡ тирәләй барлыҡҡа килгән ажиотаж урынһыҙ. Заводтарҙа етәрлек күләмдә шәкәр ҡомо һаҡлана. Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов республика халҡын юҡҡа ығы-зығы ҡуптармаҫҡа өндәй. Әле шәкәргә һорау еләк-емеш өлгөргән мәлдәргә ҡарағанда ла ике тапҡырға күберәк. Башҡортостандағы ике заводтан көнөнә генә 350-400 тонна шәкәр ҡомо оҙатыла.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПродукцияға хаҡтарҙың артыуы ла тап халыҡта барлыҡҡа килгән нигеҙһеҙ ығы-зығыға бәйле. Белгестәр әйтеүенсә, шәкәргә һорау кәмеү менән сауҙа үҙәктәре хаҡты ла төшөрәсәк.
Ажиотажды кәметеү маҡсатында республика хөкүмәте шәкәргә хаҡтың максималь кимәлен билдәләргә ҡарар итте. Был аҙым намыҫһыҙ сауҙа үҙәктәрен, спекулянттарҙы, яһалма дефицитты ла туҡтатыр тип көтөлә.
Айнур Кәбиров