Башҡортостандың 54 ҡалаһы һәм районы халҡы бушлай юридик консультация алыу мөмкинлегенә эйә

Был аҙнала Тәтешле, Балтас һәм Йәрмәкәй райондарына Рәсәй юристар ассоциацияһы бүлексәләре асылды. Киләһе аҙнала ошондай бүлексәләр Ҡыйғы һәм Дыуан райондарында ла булдырыла. Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостандағы бүлексәләрендә әле 1 мең ярымдан ашыу хеҙмәткәр эшләй.