Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙә яҙа. Хеҙмәт баҙары даими күҙәтеүгә алынды. Эшһеҙ ҡалыусылар эш тапҡансы түләүле йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша ала. Ундайҙарға эшһеҙлек буйынса пособиенан тыш, хеҙмәт хаҡы түләнә. Бөгөнгә бер предприятиела ла күпләп ҡыҫҡартыуҙар юҡ, тип яҙа министр.