Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуға әҙерләнә

Ул шулай уҡ Бабик һәм Яңы Абдулла ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Төбәккә эш сәфәре барышында Радий Хәбиров медицина учреждениеһы менән яҡындан танышты. Үҙенең тәьҫораттары менән ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан башлығы яҙыуынса, яңы ФАП барлыҡ коммуникациялар менән тәьмин ителгән. Модуль уҙған йылдың декабрендә «Һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау» программаһы ярҙамында урынлаштырылған. Лицензия алғандан һуң ул быйыл майҙа сафҡа инер тип көтөлә.

Ауыл фельдшеры Алһыу Ҡәләмова 29 йыл дауамында үҙ һөнәренә тоғро ҡалған. Әлегә тиклем ул халыҡты иҫке һәм һалҡын бинала ҡабул иткән. Һыуҙы ла колонканан ташырға тура килгән. Дөйөм алғанда, былтыр республикала 73 модулле һәм 8 капиталь фельдшер акушерлыҡ пунктары асылған. Быйыл тағы ла ауылдарҙа 44 модулле ФАП урынлаштырыу ҡарала.