Балыҡ ҡап, ҡар өҫтөндә ялтырап ят!

Өфө районы «Ҡарағайлы» күлендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары өсөн боҙ аҫтынан балыҡ ҡармаҡлау буйынса ярыш ойошторолдо. Бәйгене улар Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә теләктәшлек акцияһы булараҡ та уҙғарҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Түҙемлек төбө һары алтын түгел, ә көмөш сабаҡ,- ти Ҡырмыҫҡалынан тәжрибәле балыҡсы Әлфир Хәсәнов. Йәйге һәм ҡышҡы чемпионаттарҙа ул, йыш ҡатнаша. Мәкегә ҡармаҡ һалыу ғына түгел, һыуыҡтан һаҡланыу серҙәрен дә яҡшы үҙләштергән.

Ярыш Өфө районы Алексеевка ауылы эргәһендәге Ҡарағайлы күлендә үтте. Боҙ өҫтөнә Ғәҙәтәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары сыҡты. Ололар менән бер рәттән кескәй балыҡсылар ҙа көс һынашты. Ярышты ойоштороусылар улар өсөн махсус бүләк булдырҙы. Баһалама ағзалары еңеүселәрҙе балыҡтың күләме һәм ауырлығынан сығып билдәләне. Тиҙлеккә боҙҙо быраулау буйынса ла ярыш уҙғарылды.

Азамат Әлимбәков боҙ аҫтынан балыҡ тотоуҙа әле тәжрибә генә туплай. Шулай ҙа ярышта ҡатнашыуҙан баш тармаған. Иң мөһиме тәбиғәт менән аралашыу, күкрәк тултырып саф һауа һулау,- ти балыҡсы.

Яҙғы боҙ яҫтыҡтай булһа ла ышанма тигән халыҡ әйтеме бар. Ҡарағайлы күлендә әле уның ҡалынлығы яҡынса 1 метр самаһы. Шулай ҙа Бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре балыҡсыларҙы иҫкәртеүҙе изге бурыс тип иҫәпләй. Боҙҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белеү, бигерәк тә яҙғы осорҙа ифрат та мөһим, - ти инспектор Рамаҙан Ғәлин.

Боҙ аҫтынан балыҡ ҡармаҡлаусылар Президент Владимир Путин һәм Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә теләктәшлек белдереүҙәрен дә йәшермәне. Ярҙа уларҙы Зет һәм Ви хәрефтәре менән тамғаланған автомобилдәре көттө.

Рафиҡ Әхмәтшин