Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күтәреләсәк

Рәсәй властары яҡын арала минималь эш хаҡын, йәшәү минимумы күләмен, бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын, шулай уҡ бөтә социаль түләүҙәрҙе арттыра. Был турала Владимир Путин Рәсәй субъекттарына социаль-иҡтисади ярҙам буйынса кәңәшмәлә белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ул шулай уҡ Хөкүмәткә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшһеҙ ҡалғандарға ярҙам сараларының һөҙөмтәлелеген анализларға ҡушты. Президент билдәләүенсә, бындай сараларҙы киңәйтергә кәрәк, шул иҫәптән социаль контракт механизмы иҫәбенә.