Баймаҡ көрәшселәре Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы

Баймаҡ спортсылары һынатманы. Улар көрәш буйынса Ҡазанда үткән Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы. Ярышта илдең 25 төбәгенән 200 ҙән ашыу спортсы өс ауырлыҡ категорияһында ҡатнашты. БЮТ каналы хәбәрселәре дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рәсәй беренселегендә Баймаҡ районынан алты көрәшсе Башҡортостан йыйылма командаһы составында республика намыҫын яҡланы. Алты егеттең дүртәүһе көмөш, ә икәүһе бронза миҙалға эйә булды. Улар араһында Икенсе Этҡол ауылы егете, әлеге ваҡытта Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында механизатор һөнәрен үҙләштереүсе беренсе курс студенты Ильяс Байымов та бар.

Көндәлек сынығыуҙар, үҙ-үҙеңде үҫтереү яҡшы һөҙөмтә бирә. Был еңеү «Ауыл тренеры» дәүләт программаһы буйынса районға эшкә ҡайтҡан йәш белгес Айгиз Яҡшыбаевҡа тағы ла юғарыраҡ бейеклектәргә ирешергә маҡсат ҡуя. Шуға ла спортсылар менән даими әҙерлекте бер көнгә лә туҡтатмай.

Еңеү менән ҡайтҡан көрәшселәр менән район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев та осрашты. Баймаҡта балаларға көрәш серҙәрен өйрәтергә шарттар бар. Урында «Спорт көрәше мәктәптәргә» федераль проектының тормошҡа ашырылыуы спортсыларға йыһазландырылған залда шөғөлләнергә мөмкинлектәр бирә.

Баймаҡ көрәшселәренең Рәсәй беренселегендә үҙ ауырлыҡ категорияларында икенсе урынға сығыуы –уларға спорт мастеры кандидаты дәрәжәһен дә бирә. Спортсылар был баҫҡыста ғына туҡталып ҡалмаҫ, тағы ла юғары бейеклектәргә ынтылыр.

Әлфиә Хәмитова