Башҡортостан һәм Донецк араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында коммюнике - ниәттәр тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Радий Хәбиров һәм Донецк халыҡ республикаһы етәксеһе Денис Пушилин ҡул ҡуйҙы. “Беҙҙең делегация иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында килде. Әле Донецк иҡтисады ныҡ зыян күргән. Әммә уның мөмкинлектәре ҙур. Беҙ төрлө йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек итергә ниәтләйбеҙ”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт18 мартта Өфөнән Донбасҡа икенсе гуманитар ылау оҙатылды. Колоннаны Донецк ҡалаһында Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация ҡаршы алды. “Башҡортостан беҙҙең өсөн үтә лә яҡын республика. Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов уртаҡ ҡаһарманыбыҙ”, - тине Донецк халыҡ республикаһы етәксеһе Денис Пушилин. Ул ауыр ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙған Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров Донбасс халҡы өсөн өсөнсө, дүртенсе гуманитар ылау буласаҡ тип белдерҙе. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов:
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДонбасс халҡы өсөн гуманитар ярҙам Йәмәғәт штабында ҡабул ителә. Уның Өфөләге үҙәге Цюрупа, урамы 17-се йортта урынлашҡан. Шылтыратыуҙар үҙәгенең телефоны: 8 (347) 218-19-19. Хәбәрҙәр көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.