Радий Хәбировтың ошо турала Указы бар. Штабты Республика Башлығы етәкләй. Уның составында вице-премьерҙар етәкселегендә проектлау офистары була. Һәр береһендә социаль-иҡтисади үҫеш буйынса тәҡдимдәр әҙерләнә. Халыҡҡа адреслы социаль ярҙам күрһәтеү, тауарҙарға хаҡтарҙы күҙәтеү, хеҙмәт баҙарын анализлау, ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөү, төрлө тармаҡ объекттарын эшмәкәрлеген тәьмин итеү һәм башҡа йүнәлештәр өсөн яуаплылар билдәләнгән. Район һәм ҡалаларҙа ла социаль-иҡтисади үҫеш буйынса оператив штабтар булдырыла.