«Үткәнебеҙ ҙә, киләсәгебеҙ ҙә уртаҡ»

Башҡортостан һәм Донецк араһында хеҙмәттәшлек тураһында коммюнике төҙөлдө. Документҡа Радий Хәбиров һәм Донецк халыҡ республикаһы етәксеһе Денис Пушилин ҡул ҡуйҙы. Сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Донбасҡа республиканан ебәрелгән икенсе гуманитар ылауҙы ла Донецк ҡалаһында ҡаршы алды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Генерал Шайморатов йәнә Донбасҡа юллана. Гуманитар ылау тейәгән автомобилдәр 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командирының портреты менән биҙәлгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул тап ошо тупраҡтарҙың азатлығы өсөн башын һалған. 100 тонна аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары.

Коллоннаға Салауат районы хәрби бәрелештәр ветерандарының КАМАЗ-ы ла ҡушылды. Йөк машинаһына төҙөлөш материалдары тейәлгән. Халыҡ республикалары сигендә ылау икегә бүленде. Йөктөң бер өлөшө Донецк икенсеһе Луганск йүнәлешенә юлланды.

Гуманитар ылау 30 сәғәт самаһы юлда булды. Донецк халыҡ республикаһына Башҡортостан халҡы йыйған аҙыҡ-түлек араһында 300 килограмм йүкә балы ла бар. Гуманитар ылауҙы Башҡортостан башлығы ҡаршы алды. Радий Хәбировты тәү сиратта урындағы халыҡтың ихтыяжы менән ҡыҙыҡһынды. Донецк халыҡ республикаһы ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәкселеге төҙөлөш материалдарына ҡытлыҡ булыуын йәшермәне.

У нас есть предприятия, которые производят стройматериалы, есть предприятия, которые производят шифер, древесные материалы. То что именно для восстановления жтлья зщдесь именно. вот следующие конвои пойдут именно с этим. Будем считать, что наконец наступает мирное время. А мы ж люди мирные мы созидать преихали. так что будем созидать, вместе делать

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Прибыл очередной 112-й конвой от МЧС России. В том числе и для восстановления поврежденного жилья на освобожденных территориях. Данная гуманитарная помощь предоставлена в том числе республикой Башкортостан и республикой Абхазия.

Валентин Гордиенко, Донецк халыҡ республикаһы ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы департаменты етәксеһе

Донбаста әле тыныс түгел. Шартлау тауышы тынмаған. Шуға ҡарамаҫтан, киләсәкте уйларға мөһим, тип белдерҙе Башҡортостан башлығы. Ике республиканың хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре киң. Изге ниәттәр ҡул ҡуйылған коммюнике менән нығытылды.

Мы изучили, какие у вас есть предприятия, мы понимаем, что нужно нам, мы предполагаем, что нужнро вам. Предалагаем сегодня начать с этого диалога наши торгово-экономические ртношения, научно-0технгическое сотрудничество. Мы гтотовы взаимодействовать в сфере образования, туризма, сельского хозяйства. Считаем, что сейчас пришла пора мирных решений, эти мирные свершения направлены на то, чтобы жители Донбасса и Башкортостана и Донбасса жили лучше и богаче.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Денис Пушилин тарихи тамырҙарға иғтибар итте. Төбәктә Донбасс азатлығы өсөн башын һалған генерал Шайморатов һәм уның яугирҙарының иҫтәлеге ҡәҙерләп һаҡлана. Башҡорт атлыларына хөрмәт һәм үткәндәргә ихтирам киләсәккә өмөт менән ҡарараға мөмкинлек бирә.

Мы знаем, что поддержка оказывалась и ранее, но в эти периоды она наверное более актуальна. И в первых рядах плечом к пелечу у нас народ Башкортостана, который поддерживает нас.Спасибо, что вы приехали в этот непростой и опасный период. Радий Фаритович, я очень признателен вам за вашу личнг.ж позицию, и здесь у нас появляется возможность взаимодейцствовать, пок ане окончена война.

Денис Пушилин, Донецк халыҡ республикаһы башлығы

Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып Донбаста Башҡортостан табиптары эшләй. Утлы төбәккә улар үҙ ихтыяры һәм күңел ҡушыуы буйынса юлланған. Ирекмән-табиптар урындағы халыҡҡа, яралы яугирҙарға медицина ярҙамы күрһәтә. Радий Хәбиров аҡ халатлыларға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы, ә урындағы белгестәрҙе Башҡортостан шифаханаларында реабилитация үтергә саҡырҙы.

Донецкта Радий Хәбиров менән Денис Пушилин террор ғәмәле һөҙөмтәһендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алды. 14 мартта Украина ҡораллы көстәре ҡала үҙәген Точка У ракетаһы менән утҡа тотто. Һауа һөжүменән һаҡланыу көстәре уны бәреп төшөрҙө. Әммә ракета эсендәге кассеталы ҡорал башлығы шартлап тыныс халыҡ ҡырылды. Ҡорбандар исемлегендә 21 кеше, тиҫтәләгәне һаман ауыр хәлдә дауаханаларҙа.

Донбасҡа Башҡортостан төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәсәк. Гуманитар ылау автомобилдәре республикаға ҡайтып етеү менән яңы колонна юлға әҙерләнә. Шайморатов вариҫтары яҡындарын яңғыҙ ҡалдырмай.

Рафиҡ Әхмәтшин