Был йүнәлештә эшләүсе «Оптимед» предприятиеһында продукция ҡәҙимге күләмдә етештереләсәк тип белдерҙеләр. Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан сәнәғәт ойошмаһында матди-техник базаның һәм эш материалдарының 80 проценты Рәсәйҙә етештерелә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЛинза, уларҙы һаҡлау өсөн махсус һыу, офтальмология һәм хирургия ҡоролмалары етештереүсе предприятие Рәсәй компаниялары менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Махсус бысаҡ ярҙамында ҡоролмала полировка яһалған матдәнән линза эшләнә. Дарыу формаһын хәтерләткән зәңгәр түңәрәктәргә юғары температура аҫтында диоптрия көйләнә. Һәр линза бер нисә этап тикшереү үтә - медицина тауары сифатлы, шыма һәм камил булырға тейеш.
Стәрлетамаҡта урынлашҡан предприятиела күҙҙәрҙе дауалауҙа ҡулланылған ҡоролмалар, операциялар өсөн скальпелдәр, офтальмология тауарҙары, линза һәм уны таҙартыу өсөн махсус һыу етештерелә. Линза өсөн һыу матдәләренең бер өлөшө генә Италиянан килтерелә, материалдарҙың 80 процентын Рәсәй продукцияһы тәшкил итә.
Белгестәр санкцияларға бәйле ҡатмарлыҡтар көтөлмәй тип белдерҙе. Сәнәғәт циклында файҙаланған төп ҡоролмалар Рәсәйҙә етештерелә һәм завод эшмәкәрлегенә хәүеф янамай.
Йылдам үҫешкән предприятиела етештерелгән продукция күләмен тағы ла арттырыу күҙаллана, тик эшлекле хеҙмәттәшлеккә баҫым Рәсәй ойошмаларына яһаласаҡ. Илдә офтальмология өлкәһен тейешле кимәлдә һаҡлау, хатта уны үҫтереү һәм камиллаштырыу өсөн бөтә шарттар һәм матди-техник база әҙер.
Флорида Ким