Был тарихи дата 1906 йылдан билдәләнә. Рәсәй һыу аҫты флотын булдырыу тураһындағы указға император Николай-2 ҡул ҡуйған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтВолга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалында һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүсе диңгеҙсе көнө йыл һайын тантаналы шарттарҙа үтә. Ҡоро ерҙә урынлашҡан Башҡортостандан ғына 23 адмирал үҫеп сыҡҡан.
Буласаҡ диңгеҙселәр янына абруйлы хәрби капитандар саҡырылған. Улар курсанттарға Рәсәй һыу аҫты көстәре мөмкинлектәре, хәрби хеҙмәт барышындағы мажаралы һәм экстремаль хәлдәр тураһында мауыҡтырғыс итеп бәйән итә.
Тәүге һыу аҫты кәмәһе тураһында мәғлүмәт 1502 йылдан Леонардо да Винчи ҡульяҙмаларынан билдәле. Рәсәй империяһы һыу аҫты кәмәләрен беренсе тапҡыр Рус-Япон һуғышы барышында ҡуллана. Һуңынан субмариналар Беренсе бөтә донъя һуғышында хәл иткес роль уйнай. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда СССР хәрби-диңгеҙ флоты һыу аҫты кәмәләре дошмандың 328 дана транспортын, 70 хәрби һәм 14 ярҙамсы судноларын юҡ итә. Сарала ҡатнашыусы йәштәргә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышты.
Бөгөн батырлыҡ һәм ныҡышмалыҡ талап иткән өлкә ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла ҡурҡытмай. Юнармия сафына тантаналы шарттарҙа ҡабул ителгән 15 курсант араһында Илзидә Мозафарова ла бар.