Баш ҡалала республика театрҙары декадаһы башланды

Быйыл ул «АРТЫЛЫШFEST» исеме аҫтында ойошторола. 27 мартҡа тиклем Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Туймазы ҡалаларынан 12 профессиональ театр коллективы иң яҡшы спектаклдәрен тәҡдим итә. Аҙна дауамында баш ҡаланың төп сәхнәләрендә төрлө йәштәгеләргә иҫәпләнгән 13 спектакль күрһәтеләсәк. Тамашасыларҙы социаль драма, хикәйә-терапия, комедия, төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр көтөлә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика театрҙары фестиваленең тәүге көндәрендә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр, Рус драма һәм Туймазы театрҙары сығыш яһаһа, иртәгә Салауаттар «Һырғалаҡ» исемле спектаклен тәҡдим итә.

Азат Ғәлиуллин