«Салауат Юлаев» хоккейсылары серияла йәнә алға сыҡты

Бөгөн юлаевсылар үҙ боҙонда Силәбенең «Трактор» клубын ҡабул итте. Иҫәпте беренсе осор уртаһында яҡташыбыҙ Глеб Кузьмин асты. Ул ырғытҡан шайбаны дәғүәселәрҙең ҡапҡа һаҡсыһы тота алмай ҡалды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тәнәфестән һуң ҡунаҡтарҙың әҙселектә уйнауын файҙаланып, Виктор Тихонов икенсе шайбаны индерҙе. Әммә икенсе осор аҙағында Силәбеләр Томаш Гика тырышлығы менән иҫәп айырмаһын кәметеүгә өлгәште.

Өсөнсө осор аҙағында Николай Кулеминдың буш ҡапҡаға индергән шайбаһы юлаевсыларға 3-1 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Шулай итеп, «Салауат Юлаев» хоккейсылары серияла 2-1 иҫәбе менән алға сыҡты. Киләһе осрашыу 23 мартта Өфөлә үтә.