Башҡортостанда быйыл ике айҙа 595 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән

Был күрһәткес былтырғы ошо осорға ҡарағанда, 41 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр Республика Хөкүмәтенән. Хәҙерге шарттарҙа төҙөлөш ойошмаларына дәүләт яғынан ярҙам күрһәтелә. Әле республикала 300-гә яҡын ҙур торлаҡ төҙөлөшө алып барыла. Былтыр 2 миллион 906 мең квадрат метр файҙаланыуға тапшырылды. Быйыл да шул күрһәткескә өлгәшеү бурысы ҡуйыла.